Фольклор менән ҡыҙыҡһынған тамашасылар йыйылған концерт залында төрлө халыҡтарҙың йырҙары һәм бейеүҙәре менән сығыш яһау – бер эш. Ә бына осраҡлы кешеләр күп булған ҡала паркында Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың милли мәҙәниәт байлығын һәм төрлөлөгөн күрһәтеү ҙур тырышлыҡ талап итә. Был бурысты “Туймазы-Фест” фестивале ҡатнашыусылары тулыһынса атҡарып сыҡты. Сара сиктәрендә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм райондың әүҙем халҡы башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари милләттәренең этноихаталарын булдырҙы. Улар ҙур булмаған биләмәләрҙә теге йәки был милләткә хас булған биҙәкле туҡымаларҙы, өй һәм туҡыу кәрәк-ярағын һәм, әлбиттә, милли ризыҡтарҙан һығылып торған өҫтәлдәр әҙерләне. Ихаталарҙа йыр-бейеүҙәр, милли уйындар ойошторолдо. Дуҫлыҡ, Райман, Көйөктамаҡ ауылдары мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре сағылдырған башҡорт ихатаһында гармун көйҙәре яңғыраны. Шулай уҡ Кәкребаш, Үрмәкәй, Илсембәт ауылдары әҙерләгән татар ихатаһында ла музыка ҡоралдары тауышы ишетелеп торҙо. Түбәнге Троицк һәм Серафимов ауыл