28 августа – 3 сентябрҙә Рәсәйҙә Балалар араһында сәләмәт тормош алып барыуҙы алға этәреү аҙналығы үткәрелә. Диспансерлаштырыу тураһында Республика табип-физкультура диспансеры табибы Ирина Харрасова: “Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн сәләмәт тормош алып барыу өсөн төп шарт булып тора. Өлкәндәргә физкультура менән шөғөлләнеү генә түгел, ҡағиҙәләрҙе лә үтәү мөһим. Зыянлы ғәҙәттәрҙең юҡлығы, дөрөҫ туҡланыу, физик әүҙемлек һәм дөрөҫ көн режимы булдырыу ул”, - тине. 17 йәшкә тиклемге балалар йыл һайын тикшеренеү һәм бер, өс, алты, ете, 10, 14, 15, 16, 17 йәштә диспансерлаштырыу үтергә тейеш. 16 йәштән репродуктив сәләмәтлеккә иғтибар бүлергә кәрәк. Тағы тәмәке, алкоголле эсемлектәр, тыйылған матдәләр һаулыҡҡа зыян килтерә. - Балалар организмы, мейеһе тиҙ йоғонтоға бирелә. Алкоголле эсемлектәрҙе, наркотиктарҙы һәм психик йәһәттән әүҙем матдәләрҙе даими ҡулланыу баш мейеһе нейрондарын үҙгәртеүгә килтерә, - ти медицина фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт медицина университетының психиатрия һәм наркология кафедраһы профессоры Азат Әсәҙуллин. Бала төрлө мөһим ваҡиғаларҙан ситләшһә, уның яҡын-тирәһе үҙгәрһә, агрессия барлыҡҡа килһә, ата-әсә һаҡ булырға тейеш. Һәр йәштә лә проблемаға етди ҡарарға кәрәк. Уны бергә хәл итегеҙ, балағыҙҙы кәмһетмәгеҙ, уны яратығыҙ. Фото: Альберт Заһиров.