Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһының сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Алексей Груздев менән осрашты. Осрашыу сиктәрендә яҡтар Рәсәй Федерацияһының сит илдәрҙәге биш Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы республика вәкиллектәренең функцияһын, төбәктең сит илдәрҙә яңы үҙәктәр асыуын һәм Башҡортостан Хөкүмәтенең Рәсәй Сәнәғәт министрлығы менән үҙ-ара эш итеүен тикшерҙе. Министрҙар кабинеты башлығы билдәләүенсә, республика Рәсәй Федерацияһының сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының төбәк предприятиеларына һәм Башҡортостандың сит илдәрҙәге Сауҙа вәкиллектәренә күрһәткән ярҙамын юғары баһалай. Ҡатмарлы халыҡ-ара хәлгә һәм тотороҡһоҙ тышҡы иҡтисади хәлгә ҡарамаҫтан, Башҡортостан сит ил партнерҙары менән хеҙмәттәшлекте һаҡлай ғына түгел, ә әүҙем үҫтерә лә. Эшмәкәрлектең иң перспективалы йүнәлештәре - Ҡаҙағстан Республикаһы һәм Ҡытайҙың айырым өлкәләре менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү. 25-27 сентябрҙә Астанала «ИННОПРОМ.Ҡаҙағстан» халыҡ-ара фәнни форумында Башҡортостан үҙенең ҙур стенды менән ҡатнашырға ниәтләй, күп кенә килешеүҙәр төҙөргә йыйына. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/21666/