24-25 августа Силәбе ҡалаһында мөмкинлектәре сикләнгәндәр үҫмерҙәр араһында Бөтә Рәсәй еңел атлетика буйынса ярыш уҙа. Мәләүез ҡалаһынан 1-се гимназия уҡыусыһы, саңғы ярыштары һәм еңел атлетика буйынса Башҡортостан республикаһы йыйылма командаһы ағзаһы Ислам Күскилдин был ярыштарҙа 1500, 800 метр дистанцияла һәм һөңгө ырғытыуҙа өс тапҡыр чемпион булыуға ирешә. Исламды һәм уның тренеры Радик Байгилдинды лайыҡлы һөҙөмтәләре менән ҡотлайбыҙ һәм уларға һаулыҡ, спортта еңеүҙәр теләйбеҙ! Ислам - киләһе йылға еңел атлетика буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы ла. Үҫмер үҙенең тырышлығы менән йәштәштәренә генә түгел, өлкәндәргә лә өлгө булырлыҡ. Афарин, физик яҡтан үҙен кәм тоймаҫ өсөн, ул тормоштағы барлыҡ кәртәләрҙе еңеп сығырға йәштән өйрәнә!