Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сәс ялтырап, нығынып, ҡуйырып китә

Сәстәр тиҙ генә үҫеп, ҡуйырып китһен тиһәң, бик ябай һәм шул уҡ ваҡытта кеҫәгә лә һуҡмаған рецепт бар икән. Был рецепт менән үҙенең сәхифәһендә табип-онколог Гөлнур Ниғмәнова бүлешкән. Бының өсөн бары тик дарыухананан ампулаларҙа никотин кислотаһы алыр кәрәк. Ул ҡиммәт түгел. Бер ампуланы асып шприцҡа тултырабыҙ һәм энәһен алып ҡуйып, баш тиреһенә тигеҙ итеп һиптереп сығабыҙ. Был прцедураны өс көн аша айға яҡын эшләйбеҙ. Төнгөлөккә һөртөп ятһағыҙ яҡшыраҡ, йыуып төшөрөү мотлаҡ түгел. Шунан өс ай ял итеп алабыҙ. Унан һуң тағы ҡабатларға кәрәк. Һөҙөмтә көттөрмәҫ, сәстәр ялтырап, нығынып, ҡуйырып китә, тиҙерәк үҫә башлай. Тик никотин кислотаһына аллергия булған осраҡта ҡулланырға ярамай, табип. Фото pixabay.com