28 август– 3 сентябрҙә Рәсәйҙә Балалар араһында сәләмәт тормош алып барыуҙы алға этәреү аҙналығы үткәрелә. Сәләмәт тормош алып барыу – һаулыҡтың төп факторы. Ул хеҙмәт әүҙемлеген күтәрә, организм көстәрен һаҡлай, йыш сирләү осраҡтарын кәметә. Сәләмәт тормош алып барыу – ул бала саҡтан һау ғәҙәттәрҙе тәрбиәләү; Хәүефһеҙ мөхит, эргә-тирәләге әйберҙәрҙең һаулыҡҡа йоғонтоһо тураһында белеү; Тәмәке тартыу, алкоголле эсемлектәр, наркотиктар ҡулланыу кеүек зыянлы ғәҙәттәрҙән ҡотолоу һәм башҡалар. Көн һайын гигиена талаптарын үтәү, сынығыу, режим, физик әүҙемлек һәм башҡалар ҙа сәләмәт тормошҡа юл аса. Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.