Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Әллә серей башлаған "семерка"һын йәлләй инде?"

Көлөп алайыҡ әле. Юмор тойғоһона бай кешеләр бар арабыҙҙа. Йорт хайуандары ла замандан ҡалышмай икән. Ошо хаҡта Ейәнсура районынан Ғайса Ишмөхәмәтов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашҡан. "Күркәләремдең машина өҫтөнә йәйелеп ултырып күңелһеҙ генә һөйләшеп ултырған саҡтарына тап булдым. Ундай кәйефһеҙ саҡтарын беренсе тапҡыр күреүем... — Хужа машинаны йөрөтөргә рөхсәт бирмәй бит әй, ана, ишеген тағы бикләп киткән булған. Беҙ уны арыу кеше тип йөрөгән булабыҙ тағы... — Праваны ла уҡып алығыҙ, үҙегеҙгә аҙаҡтан ҡыйын була, ти... — Әллә серей башлаған "семёрка"һын йәлләй инде?.. — Эте лә, бете лә, бөтә донъя машинаға ултырып бөттө, ә беҙ һаман йәйәү!.. — Ҡытайский тракторына булһа ла ултырырға тура килер. Кабинаһы булмаһа ни?.." - тип уларҙың уйын фантазиялап яҙған ул. Фото: Ғайса Ишмөхәмәтовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.