2022 йылда Башҡортостанда һуңғы 20 йылда алкоголь менән ағыуланыуҙан үлем осраҡтарының минималь кимәленә еткән. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктең сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев хәбәр итте. Министр былтыр 52 кешенең ялған алкоголдән вафат булыуын билдәләне. Был һуңғы йылдарҙағы өс һанлы күрһәткестәрҙән бер нисә тапҡырға аҙыраҡ. Әйтәйек, 2018 йылда – 211, ә 2020 йылда 102 үлем осрағы теркәлгән. Алексей Гусев билдәләүенсә, үлем осраҡтарының кәмеүе – республиканың алкоголь баҙарын көйләү өлкәһендәге дөрөҫ сәйәсәт һөҙөмтәһе. Лицензияланған һатыу нөктәләренең үҫеше, контроль һәм иҫкәртеү эше легаль алкоголь өлөшөн арттырырға һәм баҙарҙан суррогат продукцияны ҡыҫырыҡлап сығарырға мөмкинлек бирҙе. Һөҙөмтәлә Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында Башҡортостанда 100 мең кешегә алкоголь менән ағыуланыуҙан үлем кимәле иң түбәне булды. Башҡортостан Башлығы алкоголле продукцияның законһыҙ әйләнешен асыҡлау һәм бөтөрөү буйынса