Найти тему
Башҡортостан гәзите

Урам буйҙары яҡтыраҡ буласаҡ

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә тораҡ пункттарҙы яҡтыртыу буйынса республика программаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе тикшерелде. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова әйтеүенсә, быйыл 63 муниципалитетта яҡтыртыу системаларын модернизациялауға республика бюджетынан 300 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. – Һеҙҙең бойороҡҡа ярашлы, Радий Фәрит улы, мәктәпкәсә һәм мәктәп учреждениелары янында 5 меңдән ашыу яҡтыртҡыс һәм шул тиклем үк тышҡы яҡтыртыу бағаналарын ҡуялар, шулай уҡ 204 километр изоляцияланған сымды монтажлайҙар, – тип билдәләне Ирина Голованова. Республика программаһынан тыш, райондарҙа энергия сервисы контракттары сиктәрендә иҫкергән яҡтыртҡыстар алмаштырыла. Яңы һөҙөмтәле ҡорамал артабан электр энергияһын һаҡсыл тотонорға һәм был сығымдарҙы ҡапларға мөмкинлек бирәсәк. Шулай 19 муниципалитетта 52 мең яҡтыртҡыс урынлаштырылған да инде. 2023 йыл аҙағына тиклем тағы 35 меңе монтажланасаҡ. “Башҡортостан ихаталары” программаһы буйынса йорт яны биләмәләрендә лә 1 меңдән ашыу заманса урам фонарҙары барлыҡҡа киләсәк. Радий Хәбиров Өфөлә энергия сервисы контракттарын тормошҡа ашырыуҙың иҡтисади һөҙөмтәһе менән ҡыҙыҡһынды. Ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев әйтеүенсә, республиканың баш ҡалаһында 12 мең яҡтыртҡыс яңыртылған. Йыл йомғаҡтары буйынса электр энергияһына экономия 100 миллион һумға етеүе ихтимал. Төбәк етәксеһе муниципалитеттарға Өфө һәм Нефтекама тәжрибәһен өйрәнергә ҡушты. – Урамдарыбыҙҙа һәм парктарҙа яңы ҡорамалдар менән ут яҡтыраҡ була бара. Бынан тыш, был аҡсаны ярайһы уҡ экономиялау. Был мөмкинлектәрҙе файҙаланыу мөһим, – тине Радий Хәбиров. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.