Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Мәктәп туҡланыуын ойоштороу тикшерелде

БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәте башлыҡтары менән кәңәшмә үтте. Ҡатнашыусылар дөйөм белем биреү учреждениеларында туҡланыуҙың ойоштороуын һәм сифатын тикшерҙе. - Балаларҙың сифатлы туҡланыуын тәьмин итеү – беҙҙең төп бурыс. Бында ыңғай динамика күҙәтелә. Ата-әсәләр берләшмәһе яғынан ялыуҙар һаны кәмене. Әгәр уҙған йылдың тәүге яртыһында 64 ялыу килһә, быйыл – 15. Мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында социаль туҡланыу идаралығы асыҡлаған хоҡуҡ боҙоуҙар һаны ла кәмей. 2023 йылдың тәүге яртыһында 431 күсмә тикшереү үткәрелгән. Тикшерелгән учреждениеларҙың 14,4 процентында аш-һыу әҙерләү технологияһын боҙоу осрағы асыҡланған. Уҙған йылдың ошо уҡ осоронда был күрһәткес 85 проценттан ашыу булған. Сифатһыҙ продукцияны асыҡлау проценты ла кәмене, - тип билдәләне Андрей Назаров. Дөйөм белем биреү ойошмаларында туҡланыуҙы ойоштороу һәм сифаты тураһында тулыраҡ Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев һөйләне. «Һынау үҙәге» дәүләт ҡаҙна учреждениеһы беренсе ярты йыллыҡта 1632 аҙыҡ-түлек продукцияһы һәм әҙер аш-һыу өлгөһөн тикшергән. Һигеҙ муниципаль берәмеккә туҡланыуҙы ойоштороу буйынса юғары кимәл бирелгән, 23-ө - туҡланыуҙы ойоштороу буйынса уртаса кимәлдә, түбән рейтинглы муниципаль берәмектәр асыҡланмаған. Үҙ докладында ведомство етәксеһе мәктәп туҡланыуы сифатын кәметеүгә килтергән айырым иҫкәрмәләрҙең булыуын да билдәләне. Нигеҙҙә, бындай хоҡуҡ боҙоуҙар туҡланыу үҙаллы ойошторолған белем биреү учреждениеларында асыҡлана. «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы менән берлектә «Социаль туҡланыу ойошмаларында аҙыҡ-түлек блогы тибына бәйле етештереү биналары һәм ҡорамалдарының минималь исемлеге» әҙерләнгән. Документ эштә артабан ҡулланыу өсөн муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәренә йүнәлтелгән. Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.