Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Алты сорт картуф үҫтереп ҡараным"

Ауыл кешеһе өсөн картуф үҫтереү тәбиғи күренеш. Ҡайһы берәүҙәр уның менән ихлас шөғөлләнә. Мәҫәлән, Ейәнсура районынан Ғайса Ишмөхәмәтов алты сорт картуф үҫтереп ҡараған. "Картуф (бәрәңге) ҡаҙып йөрөйөм, ә үҙемдең уйҙарым төпкөлгә төшөп китте. Алты төрлө сорт үҫтереп ҡараным: Тула ҡалаһынан почта аша яҙҙырып алдым (24 бөртөк кенә ебәрҙеләр, "Скарлетт", "Ҡыҙыл" (сортын белмәйем) , "Аҡ" (эсе һары, Рәхимовтың ауылыныҡы); "Нигретос", "Үҙебеҙҙеке"(башҡорттоҡо). Ҙурлыҡтары, төҙөлөшө, тәме лә төрлөсә: хәс тә кешеләр кеүек. Эш ҙурлыҡта, матурлыҡта, күплектә, ымһындырыуҙа, алдауҙа ла түгел, ә тәбиғилектә, үҙ-үҙең булып, асылыңда ҡалыуҙа, кешеләргә ҡыуаныс килтереүҙә. Әсәйем, атайым үҫтергән, бала саҡ хәтирәләрен һаҡлаған сортты һаҡлап ҡала килгәнемә ҡыуанам. Уйҙарға, хәтирәләргә бирелеп үҫтерәм, тәрбиәләйем бит уны. Картуфты ашай ғына белгән бер быуын үҫеп етте. Бала саҡта картуф ҡаҙыу һуңға ҡала торғайны. Нимәгә бынау сама сәсәләр икән тип аптырап та йөрөй инек. Ҡар яуып киткәндә лә картуф ҡаҙған саҡтар булды..." - тип уйҙары менән уртаҡлаштҡан ул. Фото: Ғайса Ишмөхәмәтовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.