Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге республика Хөкүмәте ултырышында «Айыҡ ауыл» конкурсын үткәреү тәртибенә бәйле мәсьәләләр ҡаралды. Ағымдағы йылдың 1 сентябрендә старт аласаҡ конкурс барышында бер нисә үҙгәреш көтөлә. 2011 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән Башҡортостанда сәләмәт йәшәү рәүеше традицияларын һаҡлау һәм алкоголь ҡулланыуҙы кәметеү маҡсатында ойошторолған конкурсты үткәреү тәжрибәһе менән күрше төбәктәр генә түгел (Удмуртия, Татарстан, Свердловск, Ырымбур, Силәбе өлкәләре, Пермь крайы), шулай уҡ Бүрәт Республикаһы, Байкал аръяғы крайы һәм Яҡутстан да ҡыҙыҡһына, тип билдәләне Премьер-министр. - «Айыҡ Рәсәй» хәрәкәте билдәләгән «Төбәктәрҙең айыҡлыҡ рейтингы» йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан 2022 йылда Волга буйы федераль округында лидер булды һәм дөйөм федераль рейтингта 22-нән 16-сы баҫҡысҡа күтәрелде. Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 2020 йылда «Айыҡ ауыл» конкурсының бүләк фонды 1,5 миллиондан 40 м