Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сентябрҙә һигеҙ районға сығалар

Алыҫ урынлашҡан ауылдарҙа йәшәүселәр медицина тикшереүе үтһен һәм тар йүнәлешле белгестәрҙән ярҙам алһын өсөн Башҡортостан буйлап Сәләмәтлек поездары үҙ эшен дауам итә. «Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһында күсмә Сәләмәтлек үҙәктәре, күсмә флюорографтар һәм маммографтар, күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттары, «Ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеге» модуле, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының һәм Республика кардиология дауаханаһының диагностика үҙәктәре ҡатнаша. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тикшереү бушлай. Белгестәргә алдан яҙылырға кәрәкмәй - табиптар сират буйынса ҡабул итә. Иң мөһиме, үҙең менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкаһы полисын алырға кәрәк.Сентябрь айы маршруттары - Әлшәй, Дәүләкән, Дыуан, Илеш, Ҡыйғы, Өфө, Федоровка һәм Хәйбулла райондары. Ентеклерәк - Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтындаhttps://vk.cc/cp95h8.Файҙалы мәғлүмәтте яҡындарығыҙ менән бүлешегеҙ. Һау-сәләмәт булығыҙ!