Найти тему
Башҡортостан гәзите

Оҫталарҙың остазы ул

Рәшиҙә Хәй ҡыҙы Ғизәтуллина Белорет педагогия училищеһын (1976), Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын (1982) тамамлаған. Шул уҡ йылдан Стәрлетамаҡ ҡала мәғарифы өлкәһендә эшләп, хеҙмәт юлын 2014 йылда тамамлай. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1994). Стәрлетамаҡта Жәлил Кейекбаев исемендәге башҡорт гимназияһында эшләгән дәүерҙә башҡорт халыҡ ижады, тарих һәм тел ғилеме, кеше исемдәре, ҡурай феномены һәм топонимика өлкәләрендәге эҙләнеүҙәре «Урал батыр» эпосының серҙәренә төшөнөрлөк тел асҡысына юлыҡтырҙы. Был хеҙмәте «Йәншишмә ҡайҙан башлана?» исемле фәнни-популяр баҫма булып донъя күрҙе, һәм йәмғиәттә ярайһы уҡ ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Әлеге көндә ул ошо китаптың дауамы өҫтөндә эшләй һәм уны баҫмаға әҙерләй. Стәрлетамаҡ ҡала мәғарифында хеҙмәт юлын тамамлап, 2014 йылда тыуған Бөрйән районына күсеп ҡайта. Шул уҡ көҙҙә район үҙәгендә «Кәрәҙ» ҡорамасылар клубы ойоштороп, был эшкә бөтә район ҡатын-ҡыҙҙарын йәлеп итә. Ҡорама шөғөлөн республика кимәлендә яҡлаған «Кәрәҙ» клубы 2015 йылдан алып халыҡ коллективы исемен йөрөтә. «Серле биҙәк ҡорама, үткәндәрҙән ҡот ала» тигән девиз аҫтында “Кәрәҙ” һәм “Сергетыш” тигән оло ике проектты тормошҡа ашырҙы. Коллектив район кимәлендә генә түгел, республикала уҙғарылған күп сараларҙа ҡатнаша даими ҡатнашып, төрлө кимәлдәрҙәге дипломдар, сертификаттар, рәхмәт хаттарына лайыҡ була килә. 2016 йылдан Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының мәҙәни, социаль һәм рухи үҫеш буйынса «Ағинәй» төбәк йәмәғәт ойошмаһының Бөрйән районы ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе итеп тәғәйенләнгәндән бирле, районда Башҡорт Википедияһын пропагандалау һәм ойоштороу эштәрен алып барҙы. Район хакимиәте уның эшен даими рәүештә маҡтау грамоталары, дипломдар, рәхмәт хаттары менән баһалап тора. Шулай уҡ уның район һәм республика кимәлендәге эшмәкәрлеге тураһында “Бөрйән энциклопедия”һына китабына мәҡәләләр инде. Бөтә донъя башҡорт ҡоролтайының, Башҡортостан Республикаһының ветерандар советы ҡарарҙары менән “Ал да нур сәс халҡыңа” һәм «Ветеран хәрәкәтен үҫтереүгә өлөш индергәне һәм булышлыҡ иткәне өсөн» миҙалдары менән бүләкләнде. Бөгөн Рәшиҙә Ғизәтуллина Рәсәй Ислам университетында ситтән тороп белем ала. Иҫке Собханғол ауылында “Әбделмән” мәсетенең йәкшәмбе мәктәбендә балаларға дини белем бирә. Фото һәм сығанаҡ: Айһылыу Ғарифуллина.