Башҡортостанда Павловка һыу һаҡлағысында “Йондоҙло” әүҙем ял клубы биләмәһендә инвалидтар араһында “Мәңгелек саҡырыу” төбәк-ара елкәнле спорт фестивале бара. "Демография" милли проектының “Спорт - йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендә физик культураны һәм спортты пропагандалау сараның мөһим бурысы булып тора. Ярыштарҙы ойоштороусы булып “Хыял ҡанаттары һәм Өмөт елкәндәре аҫтында” проекты сиктәрендә Рәсәй инвалидтар спорт союзы сығыш яһаны. Проект Президент гранттары фондынан ярҙам алды, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте һәм Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы партнерҙар булып сығыш яһаны. Фестивалгә Ленинград, Свердловск, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Пермь крайы һәм Башҡортостан Республикаһы командалары – бөтәһе 50-нән ашыу кеше килде. Унда тәжрибәле спортсылар, шулай уҡ елкәнле спорт менән шөғөлләнергә ҡарар иткән кешеләр ҙә ҡатнаша. Улар үҙҙәренең көсөн яхтингта, suх-серфингта һәм башҡа һыу дисциплиналарында һынап ҡараясаҡ. Тәжрибәле инструкторҙар ҡатнашыусы