Нефтекамала ҡаланың 60 йыллығы билдәләнде. Сараға абруйлы ҡунаҡтар йыйылды, улар араһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин да булды. Тантанала ҡатнашыусылар геройҙарҙы хөрмәтләп һәм Ватанды һаҡлауҙа ҡатнашҡандарға хөрмәт күрһәтеп, Мәңгелек утҡа сәскә һалды. Артабан ҡунаҡтар ҡала мәҙәниәт үҙәгендә үткән музыкаль-бейеү фестивалендә булды. Шулай уҡ ҡала майҙанында ауыр атлетика менән шөғөлләнгән билдәле спортсы Михаил Кокляев етәкселегендә зарядка ойошторолдо. Ҡала мәҙәниәт һәм ял паркында Нефтекаманың кафе һәм ресторандары араһында чемпионат уҙҙы. Был сара халыҡ араһында айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Шулай уҡ ҡалала "Ҡырмыҫҡа ояһы" десертын бешереү буйынса рекорд ҡуйылды. Уны әҙерләү өсөн 326 йомортҡа, 30 килограмм маргарин һәм 23 килограмм аҡ май, 60 килограмдан ашыу ҡуйыртылған һөт һәм бер центнер он ҡулланылған. Һөҙөмтәлә тәмлекәстең ауырлығы 219 килограмға барып еткән. Ошо ваҡытта ҡала сәхнәһендә Башҡортостан һәм Татарстан Республикаһының халыҡ арт