Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, бөгөн күптәр дәүләт хеҙмәтендә генә сикләнеп ҡалмай. Айырыуса ҡатын-ҡыҙ әүҙемлек күрһәтә. Интернеттағы социаль селтәр аша берәүҙәр ҡорот-эремсек һата, икенселәр бәйләп-теккәнен тәҡдим итә, өсөнсөләр бешергәнен һатыуға сығара. Һәр кем үҙ һәләтендә аҡса эшләй. Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылынан үҙмәшғүл Гүзәлиә Ураҙбаева ла ана шундай уңғандарҙан. Гүзәлиә сығышы менән Баймаҡ районының Таулыҡай ауылынан. Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡый, филолог һөнәрен ала. Декрет ялына тиклем Сибай ҡалаһындағы коррекцион мәктәптә эшләй. Әле дүртенсе ҡыҙы менән өйҙә ултыра. Ултыра тиһәм, дөрөҫ үк булмаҫ. Йүгереп йөрөй ул, һәр ергә өлгөрә. Ире менән мал да тоталар. Мал булған ерҙә эш тә күп. Баҡса ла үҫтерәләр, унда йәшелсә, емеш-еләк ултыртыу өсөн бик күп көс һалырға тура килә, аҙаҡ уңышты эш итеү өсөн дә бик ҙур тырышлыҡ кәрәк. Ауыл ҡатын-ҡыҙының эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк булмаһа ла, Гүзәлиә бәләкәйҙән яратҡан шөғөлөнә ваҡыт таб