Яҙғы ташҡында йылға, урғылып ағып, оло йылғаға ҡойоп, даръялай ажғырып ятҡан ерҙә генә ете йәшлек малай һыуға ҡолай, ә уны ҡотҡарырға артынан һигеҙ йәшлек малай һикерә... Был ваҡиғаны һөйләгәндә Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылында йәшәгән Нурсилә Хәмитйән ҡыҙы күҙ йәшен тыя алманы. Бынан ете йыл самаһы элек була был хәл. Ауыл араһынан яҙғы ҡар һыуҙары менән ағып төшкән Арба йылғаһының, аҫҡы яҡта, ярҙарына һыймай ташып аҡҡан Һаҡмар йылғаһына ҡойған хәүефле урын була. Дүртенсе балаға йөклө әсә ете йәшлек улының ҡул араһынан сығып ысҡынғанын күрмәй ҙә ҡала. Уны эҙләгән мәлдә, бер кемдең дә башына һыймаҫлыҡ хәлдәр булып өлгөрә. Бер төркөм балалар ошо йылғаларҙың ҡушылдығында уйнап йөрөгән. Шул саҡ ете йәшлек малай һыуға ҡолап төшә. Өлкәнерәктәре ололарҙан ярҙам һорап йүгерә алмай ҡурҡып-албырғап торған саҡта уның артынан һигеҙ йәшлек икенсе малай һикерә. Арба йылғаһы ҙур йылғаға барып ҡушылыуға бер нисә метр ғына ҡалғанда, барып тотоп, бата-сума һалҡын һыуҙы йырып бәләгә тарыусыны ярға