Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылы бик матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Ауылда бер түгел, өс йылға бар: Һаҡмар, Күсәбә, Ярмайылға. Һаҡмар менән Күсәбә ҡушылған ерҙән бер аҙ ғына атлаһаң, Алсынбай тигән матур тау күренә. Уның итәге ожмахҡа тиң. Бында муйыл, ҡарағат, энәлек, тирәк, тал, ҡайын, ҡомалаҡ, Ҡыҙыл китапҡа ингән сәскәләр ҙә үҫә. Тик тәбиғәттең үҙгәреүе, кешеләрҙең һаҡсыл булмауы, малдың күп йөрөүе арҡаһында туғайлыҡ күҙгә күренеп үҙгәрә башлағайны, усаҡ яғып ял итеүселәрҙән ҡалған сүп-сар ҙа, ҡороп ауған ағастар ҙа уны йәмһеҙләп ятты. Бөгөн ауылдарҙа һәр кем ер алып, уны кәртәләп, урындағы хакимиәт менән килешеп, был участканы кәрәкле юҫыҡта ҡуллана ала. Закон ғәмәлгә ингәс, Сыңғыҙ ауылында бик күптәр ер биләмәләрен кәртәләргә тотондо: кемдер иген сәсә, кемдер сабынлыҡ итеп тотона… Ә бына Алсынбай тирәһен тәбиғәткә ғашиҡ, оҙаҡ йылдар урмансы булып эшләгән Ғәлимйән Усманов алған. Ул ғаиләһе менән иртә яҙҙан тау итәген кәртәләү, туғайҙы таҙалау менән мәшғүл булды. – Киләсәктә тау и