Стәрлебаш районының Ҡабыҡҡыуыш ауылында ҡортсолоҡ менән борондан шөғөлләнәләр. Эшҡыуар Илдус Кинйәбаев та ата-бабаларыбыҙҙың кәсебен дауам итә. Илдус Мөстәҡим улы 1964 йылда ошо ауылда тыуған. Ауылда урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия университетына уҡырға инә. Йәш белгес, башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусыһы дипломын ҡулына алғас, хеҙмәт юлын 1986 йылда мәктәп директорының уҡыу-уҡытыу эше буйынса урынбаҫары булып башлай. Һуңынан уны директор итеп тәғәйенләйҙәр, уҡытыусы була. – 18 йыл эшләгәс, үҙем уҡытҡан балаларҙың эшһеҙ интегеп йөрөгәнен күреп, уларға хеҙмәт урыны булһын тип, мәктәптән киттем. 2004 йылда эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башланым: магазин астым һәм крәҫтиән (фермер) хужалығы ойошторҙом. 106 гектар ер эшкәрттем – төрлө ауыл хужалығы культураларын сәстем, мал тоттом. Ике кешегә эш урыны булдырҙым, – тип үҙенең һикәлтәле тормош юлы менән таныштырҙы Илдус Кинйәбаев. Һикәлтәле, тим, сөнки Илдус Мөстәҡим улының да тормошо ул теләгәнсә шыма ғына бармай. Көт