Был кәңәшмә органының маҡсаты - йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү һәм легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тормошо һәм хеҙмәте миҫалында тарихи хәтерҙе һаҡлау буйынса көстәрҙе туплау. Клубтың девизы: «Тоғролоҡ. Ҡаһарманлыҡ. Бурыс». Клуб вәкилдәре Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың хәрби тарихының иҫтәлекле даталарына арналған сараларҙа ҡатнашасаҡ, йәштәр менән мәғлүмәт-аңлатыу эштәре алып барасаҡ, ветерандар ойошмаларына һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға ярҙам итәсәк, үҫеп килгән быуынды патриотик рухта тәрбиәләү сәйәсәтен булдырыу буйынса методик эш алып барасаҡ. Клуб төҙөү тураһында Башҡортостан Башлығы Өфөнөң Совет майҙанында уҙған «Геройҙар ваҡыты» Бөтә Рәсәй патриотик йырҙар конкурсының гала-концерты барышында иғлан итте. - Клубтың бурысы - патриотик тәрбиә биреүҙә көстәрҙе туплау һәм шул уҡ ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең, һәләк булған яугирҙәрҙең ғаи