Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам үҙәгендә булды. Үҙәк Нефтекамала республикала беренселәрҙән булып асылды. Бында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы әүҙем эшләй. Максим Забелин үҙәк координаторҙары һәм Миңлеғәле Шайморатов исемендәге штаб ирекмәндәре менән осрашты. Улар хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итә, социаль мәсьәләләрҙе хәл итә. Бик ярҙамсыл һәм ихлас булған йәмәғәтселәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға булышлыҡ итеү өөн барыһын да атҡарырға тырыша. Сәфәр барышында Максим Забелин Ташкиновтар ғаиләһендә лә булды, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған ире – өлкән лейтенант Андрей Ташкиновтың ҡатынына героизм һәм Ватанға тоғролоҡ билдәһе булған Миңлеғәле Шайморатов миҙалын тапшырҙы. Был - һәләк булған хәрбигә хеҙмәте һәм бурысына тоғролоғо өсөн рәхмәт билдәһе. “Геройҙар ҡатыны” исемендәге фотокүргәҙмәгә барыу ҙа мөһим ине. “Ватан хәрбиҙәре ғаиләләре” комитеты булышлығында тормошҡа ашырылған проект Нефтекамала йәшәүселәр өсөн ысын табышҡа әйләнде. Күргәҙмәне ойоштороусы Әлфиә Байбурина әйтеүенсә, урындағы фотографтарҙан һәм визажистарҙан тыш проектты тормошҡа ашырып булмаҫ ине. Уларҙың һөнәри оҫталығы һәм ижади ҡарашы ярҙамында күргәҙмәләге һәр фотография сәнғәт әҫәренә әүерелде. Шулай итеп, Әлфиә Байбурина күргәҙмәлә портреттары ҡуйылған геройҙар ҡатындарына рәхмәт белдерҙе. Был күргәҙмә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға рәхмәт һәм уларҙың ғаиләләренән ярҙам булды. Фото: https://vk.com/wall-219360543_214