Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Санкт-Петербургта башҡорт шиғыры яңғыраны

Санкт-Петербург ҡалаһында үткән Башҡортостан көндәрендә ҡатнашыусы башҡорт йәштәре Рәми Ғариповтың легендар "Туған тел" шиғырын һөйләй. Эльвира Дәүләтбирҙина видеоһы. Мин халҡымдың сәскә күңеленән, Бал ҡортондай, ынйы йыямын. Йыямын да йәнле ынйыларҙан Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын. Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен: Бер телдән дә телем кәм түгел – Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла, Кәм күрер уны тик кәм күңел!... Халҡым теле миңә - хаҡлыҡ теле, - Унан башҡа минең илем юҡ: Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ, Иле юҡтың ғына теле юҡ! Әсәм теле миңә - сәсән теле, - Унан башҡа минең халҡым юҡ: Йөрәгендә халҡы булмағандың Кеше булырға ла хаҡы юҡ! Сығанаҡ: https://vk.com/zinnur_szf