Был турала белә инегеҙме? Ҡауын – күп витаминдар сығанағы. Унда С төркөмө, А, В төркөмө, РР витаминдары ныҡ күп. РР витаминының башҡа витаминдар менән рәттән күп булыуы бик яҡшы түгел, сөнки көслө ҡушылмалар ашҡаҙандың асыҡ яраһы сиренә килтереүе ихтимал, шуға был емеште әҙләп – бер ашағанда 200 грамдан да арттырмаҫҡа кәңәш итә диетологтар. Тағы бер үҙенсәлеге иғтибарға лайыҡ: ҡауын башҡа аҙыҡ-түлек менән яраша алмай. Туҡланғандан һуң ике сәғәт ваҡыт үткәс кенә был татлы емеште ашарға мөмкин. Ә ҡарбуз менән хәл башҡаса. Ул ашҡаҙанда ялҡынһыныу тыуҙырмай, шуға төп аҙыҡтан һуң да уны десерт рәүешендә ҡулланырға мөмкин. Иң мөһиме – өлгөргәнен, тәмлеһен һайлап алырға ғына кәрәк. Фото: