Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Йәш рәссамға ярҙам кәрәк

Таныш булығыҙ: Руфь Бикмәева, йәш рәссам. Ул Әлшәй районы үҙәге Раевка ҡасабаһындағы балалар сәнғәт мәктәбендә балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һүрәт төшөрөү үҙенсәлектәренә өйрәтә. Талантлы йәш белгес менән Әлшәй тарафтарында командировкала булғанда таныштыҡ. Әле Руфь Волга буйы федераль округының 14 төбәге араһында барған “ФормАРТ” фестиваленең финалында ҡатнаша. Был сара урам сәнғәтен үҫтереү аша йәш рәссамдарға булышлыҡ итеүгә, ҡалаларҙың йөҙөн заманса үҙгәртеүгә, күркәмләндереүгә йүнәлтелгән. Быйылғы фестивалдең темаһы – “Белем көсө”. Руфь Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты бинаһының диуарына “Белем юлы” тигән һүрәт төшөргән (фотола). – Композицияның үҙәк өлөшөндә – стилләштерелгән Ваҡыт ҡуласаһы, уның уҡтары тарихи үткәндәрҙе төрлө осорҙарға бүлә. Ҡағыҙ ҡош (оригами) элеккенең бар белемен үҙенә йыйып, киләсәккә – билдәһеҙлеккә оса. Был эшем менән ҡошҡа ҡанаттар кәрәккән кеүек, кешегә белем мөһим икәнен аңлатырға тырыштым, – ти йәш рәссам. Әле финалсылар өсөн тауыш биреү бара, ул и

Таныш булығыҙ: Руфь Бикмәева, йәш рәссам. Ул Әлшәй районы үҙәге Раевка ҡасабаһындағы балалар сәнғәт мәктәбендә балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һүрәт төшөрөү үҙенсәлектәренә өйрәтә. Талантлы йәш белгес менән Әлшәй тарафтарында командировкала булғанда таныштыҡ. Әле Руфь Волга буйы федераль округының 14 төбәге араһында барған “ФормАРТ” фестиваленең финалында ҡатнаша. Был сара урам сәнғәтен үҫтереү аша йәш рәссамдарға булышлыҡ итеүгә, ҡалаларҙың йөҙөн заманса үҙгәртеүгә, күркәмләндереүгә йүнәлтелгән. Быйылғы фестивалдең темаһы – “Белем көсө”. Руфь Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты бинаһының диуарына “Белем юлы” тигән һүрәт төшөргән (фотола). – Композицияның үҙәк өлөшөндә – стилләштерелгән Ваҡыт ҡуласаһы, уның уҡтары тарихи үткәндәрҙе төрлө осорҙарға бүлә. Ҡағыҙ ҡош (оригами) элеккенең бар белемен үҙенә йыйып, киләсәккә – билдәһеҙлеккә оса. Был эшем менән ҡошҡа ҡанаттар кәрәккән кеүек, кешегә белем мөһим икәнен аңлатырға тырыштым, – ти йәш рәссам. Әле финалсылар өсөн тауыш биреү бара, ул иртәгә, 17 августа тамамлана. 8 (800) 301-50-23 телефоны аша бушлай шылтыратып, Башҡортостан вәкиле өсөн тауыш бирергә мөмкин, дуҫтар! Тауыш режимында ҡатнашыусының номерын – Руфтең эшенә тауыш бирер өсөн “1” һанын йыйырға ла # билдәһенә баҫырға кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле яҡташыбыҙҙың эше өсөн бик әҙ кеше тауыш биргән. Әүҙемерәк булып, үҙебеҙҙең йәш талантҡа ярҙам итәйек, башҡортостандар! Шуныһы мөһим: бер генә тапҡыр тауыш бирергә була. Конкурста ҡатнашҡан эш буйынса фотолар – Р. Бикмәеванан, vk.com/formartpfo төркөмөнән. Руфь үҙенең эш бүлмәһендә – Р. Шәңгәрәева фотоһы.