ҠӘҘЕРЛЕ ДУҪТАР! “Башҡортостан” гәзите үҙенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә конкурстарын дауам итә һәм бәйге майҙанына шағирҙарҙы сығара. Был юлы беҙ республикабыҙҙа даны сыҡҡан күренекле шағирҙарыбыҙҙыҢ шиғырҙарын баһалаясаҡбыҙ. Ә иһә баһалау бурысын һеҙгә тапшырабыҙ, ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ. Шулай итеп, уҡыйбыҙ, һәм иң оҡшаған шиғырығыҙҙың авторына тауыш бирәбеҙ. Тауыш биреү тиҙҙән гәзиттең “Бәйләнештә” төркөмөндә барасаҡ. Әнүзә Ғиззәтуллина Кешеләр ҙә ағастарға оҡшаш... Кешеләр ҙә ағастарға оҡшаш: Бар имәне, ҡайын, бар саған... Һәр беренә рәхмәт әйткем килә, Кемдәр минең юлда осраған. Имән кеүек көслө рухлылар бар... Сыҙамлыҡҡа улар өйрәтте. Ҡайын кеүек хисле күңеллеләр Алсаҡлыҡҡа юлдар күрһәтте. Алтын төҫө саған япрағының Алтынлата, гүйә, аҡылды. Эшсән уҫаҡ ағасынан күсә Хеҙмәт һөйөү, оло таһыллыҡ. Эсе серек булған ағастар ҙа Лайыҡтыр, тим, минең рәхмәткә. Эйе, рәхмәт... Рухым нығына бит Ҡаршы тороп мәкер-зәхмәткә. Бәғзеләре, арҡырылай ятып, Юлдарыма юрый ауҙылар. Көнсөл тойғоларҙа ҡара янып, Бары тиреҫ булып ҡалдылар. Урмандарҙан уҙып барған саҡта Һәр бер ағас миңә ҡәҙерле. Саф күңелле әгәр булһа кеше - Ихласлыҡҡа мин дә әҙермен! Аҫыл ағастарҙы үрнәк итеп Мин дә бер мәл тамыр йәйермен! Ринат Сөләймәнов Ҡыҙҙар-йондоҙҙар Беҙ үҫкәндә ауылымда, Ай-һай, күп булды ҡыҙҙар. Улар төндәрҙе нурланы, Ары торһон йондоҙҙар. Әммә беҙ, шаян егеттәр, Ҡотороп та киткәнбеҙ. Булғанын ҡәҙерләй белмәй, Ҙурға өмөт иткәнбеҙ. Ҡунаҡ ҡыҙын оҙатмаһам, “Ринат”мы минең исем? Эй, ауылым сибәрҙәре, Беҙҙе ғәфү итегеҙ, Һеҙҙе айырған өсөн. Ҡунаҡ ҡыҙ хаҡында хәбәр Йәһәт таралыр ине. Уны күрмәҫ үк йөрәктә Һөйөү яралыр ине. Ҡырҙан килгән ҡыҙҙарҙың Артыҡ булған ни яғы? Шул уҡ ирен, шул уҡ танау, Шул уҡ инде аяғы. Ҡыҙҙар эҙләп, беҙ күрше Ауылға ла йөрөнөк. Барыбер үҙ ауылыбыҙ Гүзәлдәренең генә Ҡосағында иренек. Инйәрҙә ҡойоноп үҫкән Аҙауым сибәрҙәре, Сағыу йондоҙҙар булып, Төшөмә инәһегеҙ. Хәҙер һеҙ кем йәрҙәре? Йәшлекте иҫкә алыу Йөрәгемде семетте. Ғәйебем булһа әгәр, Зинһар, ғәфү итегеҙ Шаталаҡ шул егетте. Рәшит Зәйнуллин Алағуян ярын таштар биҙәй Алағуян ярын таштар биҙәй – Эреһе бар бында, вағы бар, Һыуын кисеп кенә сыҡҡаным бар, Ярҙан ярға ятҡан сағы бар. Ҡарағайҙар уны оҙатып бара, Оҙатып бара мәғрур ҡаялар, Бары бындай ҡаяларҙа ғына Бөркөт менән шоңҡар оялар. Алағуян һыуын услап эсәм, Тик барыбер ҡанмаҫ танһығым, Ҡанмаһа ла танһыҡ, бер аҙ баҫылыр Һағышланған йөрәгем ярһыуы. Алағуян яры таш тип тормай, Һайрай бында затлы ҡоштары, Тау-тау алтынға ла тыуған ерҙең Алыштырмам ябай таштарын. Айгөл Ғәбитова Минең туйым түгел Вулкан төбө - өй дәүмәле кәсә. Ултырамын лыпын иҙәндә. Гөлт ҡабынып яндым үҙем өсөн, Һинең өсөн, уның өсөн дә. Тышта кемдер дөмбөр ҡаға ихлас, Кемдер йырлап үтә, яр һала. Был һаңғырау тауыш йәнгә генә Әсе һағыш булып урала. Кемдер тормош башлай. Аҡ таҫманы ҡырҡа, Аҡ биләүгә биләй өмөтөн. Донъя матур! Уны иңләй ҙур туй, Тик был туйы түгел минеке. Миңә тигәненең туҙып бөттө Ямалмаҫтай булып итәге. Миңә тигән таҫма серек ине, Миңә тигән сәй ҙә - кисәге... Һинең йәштә, тиҙәр, барыһы ла Саҡ башлана әле яңынан. Минең йәштә, эйе, саҡ атлайҙар Ана, үргә, ғүмер таңына. Тик мин генә баштан гел тиҫкәре. Бер таҡтанан ғына булманым. Һуңлар ергә гел ашығып барҙым, Ашығыр урында һуңланым. Вулкан төбө - өй дәүмәле кәсә. Ҡороған һәм кипкән өмөтө. Тышта кемдер дөмбөр ҡаға туйға, Тик был туйы түгел минеке. Айбулат Сәсәнбаев *** Йыһанға юл ябып болоттар тартыла. Хыялдар, өмөттәр оло таш аҫтында. Сәғәттә - эстафета, һоролоҡ байрамы. Бәхеткә хоҡуҡлы тик һандар аймағы... Бәләкәй кирбестән ҙур йорттар һалына, Бәләкәй хәрефтән шиғырҙар яҙыла, Бәләкәй кешенән дәүләттәр яһала, Бәләкәй кешегә киңлектәр ябыла. Мин - тешле тәгәрмәс, Урыным билдәле. Тормошом - көләмәс, Тик көлмә һин, йәме? Бәләкәй тәҙрәмдә сикһеҙ күк, мәңгелек. Бәләкәй кәүҙәмдә яҡты нур, изгелек. Бәләкәй орлоҡтан ололоҡ ярала, Бәләкәй аҙымдан даръялар яулана. Ваҡланмаһын хистәр бәләкәй һөйөүҙән, Исемдәр булмаһын бәләкәй хәрефтән. Диңгеҙҙе яңырта бәләкәй шишмәләр, Беҙҙең саф шишмәләр кипмәһен, кешеләр. Гөлнара Хәлфетдинова Үлсәү Аҡса емеше лә, Баҡса емеше лә түгел, Йөрәк емеше ул – туған тел! Ул йәшәһен өсөн күпме ата-баба Башын һалған ергә, шуны бел! Һатып булмай уны ҙур аҡсаға, Һандыҡтарға һалып булмай һаҡлап. Ләкин була уны гел йәшәтеп Килер көндә, ҡәҙер итеп, яҡлап. Һумдар йәки мал баштары менән Иҫәпләнмәй һис тә тел баһаһы, Уның менән йә үҙеңде табаң, Намыҫыңды йәки юғалтаһың... Әсә теле, ата-баба теле – Алмастарҙан артыҡ, мең-мең карат. Туған телгә мөнәсәбәт аша Йөрәктәрҙе була үлсәп ҡарап. Айзилә Мортаева Мин – ҡатын-ҡыҙ... Күктән төшкән ярсыҡмын, Көмөш тулы янсыҡмын. Дөрләп янған усаҡмын, Наҙға сорнар ҡосаҡмын. Аллы-гөллө силәкмен, Ымһындырыр еләкмен. Һандыҡ тулы хазина, Иген тулы келәтмен. Юл яҡтыртыр сыраҡмын, Буйың етмәҫ йыраҡмын. Онотолмаҫ йырыңмын, Мәңге сыңлар сыңыңмын. Сихырлаған сихырың, Ҡанһығыңмын, теләкмен. Йомро ғына ҡоротмон, Йомро ғына беләкмен... Ҡыҙыл-көрән сәсәкмен, Баллы-татлы сәксәкмен. Көлдә бешкән көлсәмен, Йәнең үртәр бөрсәмен.. Баш әйләнер яҙыңмын, Татып туймаҫ наҙыңмын. Донъяң йәме - ҡотоңмон, Һурып туймаҫ һутыңмын. Зәм-зәм һыуы - шишмәмен, Йәшел генә йәшмәмен. Мин булғанда һин һәр саҡ Йәшәрерһең, йәшнәрһең! Аса алмаҫ сереңмен, Юя алмаҫ кереңмен. Гел ымһыныр тәнеңмен, Гел юҡһыныр йәнеңмен, Мин. Фәнил Бүләков *** Күптән инде ямғыр яуғаны юҡ, Ҡорғаҡһыған япраҡ ҡыштыр-ҡыштыр. Ел өҙгөләй кипкән үләндәрҙе... Бәлки, ямғыр, болот килеп яуыр. Күптән инде ихлас һөйләшкән юҡ, Күңел сарсаған да алсаҡҡа. Йөрәгемде аңлаусыны көтөп Утын өҫтәйемсе усаҡҡа. Йондоҙҙарҙың уты шундай сағыу, Әммә һалҡын уның балҡышы. Усаҡ йылыһынан ҡайнарыраҡ Йөрәгемдең бөгөн ялҡыны. Таң ҡояшы менән тыуған ысыҡ Тамсы булып тама еремә. Тамсы менән бергә ошо донъя Яңы көнөм булып терелә. Бөгөн күктәр йәнә күкрәп тора, Болоттары һыҡтай һауала. Йөрәгемә өмөттәрҙе үреп, Күктән ямғыр күкрәп яуа ла. Таңсулпан Рәсүл *** Күңелемдең буранына еткән Мин бурандар әле күрмәнем. Үкенесле үткәндәрҙе иҫләп Йөрәгемде игәй күргәнем. Яҙмышымдың бик ҡойонло мәле Хәтер булып ҡайта хаталар. Йөҙ ғүмерем бирер инем, таңдар, Шул уҡ таңдар кире атһалар. Мин ҡайтыр ҙа инем үткәндәргә, Бикләр инем иләҫ йөрәкте. Кешелектең, ҡаҡмаҫ инем, бәлки, Ишектәрен, еңеп йөрьәтте. Ҡаҡмаҫ инем тәҡдир тәҙрәләрен Ғәмәл дәфтәрҙәрен ҡаралап, Күңелдәрҙе һаҡлар ине яҙмыш Сәсрәп ярылыуҙан аралап. Үкенескә, ғүмер уҙып бара, Үкенескә манып күргәнен... Күңелемдең ярһыу буранынан Мин көслөрәк буран күрмәнем... Рита Фәтҡуллина Ҡырмыҫҡа иләүе Ҡырмыҫҡа иләүе – был тормош, Ҡырмыҫҡа иләүе – замана. Үҙеңдән ҙурыраҡ йөк һөйрә, Дауылдан ялтана-ялтана. Был – һинең һайлаған яҙмышың, Һайлаған ҡырмыҫҡа һуҡмағы. Арҡаңды бөкрәйткән аҙыҡтың Эләгәме һиңә мыҫҡалы? Юҡ яҙмыш мыҫҡылы, барыһы – Иләүҙең ҡануны буйынса. Ҡулыңдан килһә һуң – бул батша, Һис юғы – һаҡлаусы ҡырмыҫҡа. Юғары ҡатламын иләүҙең, Ышыҡта торорһоң йән һаҡлап, “Эшсе”ләр йүгерер яныңда Һин ашар бөжәкте ҡосаҡлап. Ҡырмыҫҡа иләүе – йәмғиәт, Батшалар. Һаҡсылар. Һәм ҡолдар... Ҡатламдар араһын айырған Баш баҫып йүгергән тар юлдар.