Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Биш кешелек ғаилә юғалған

Башҡортостанда бөгөн төндә ҡотҡарыусыларға түбәндәге мәғлүмәт килгән: биш кешенән торған ғаилә – әсәй-атай, өләсәй-олатай һәм 11 йәшлек бала Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһынан Хәйбулла районының Таштуғай ауылына автомобилдә юлға сыҡҡан. Юлда улар Таналыҡ йылғаһы янында туҡтап ял итергә булған, әммә автомобилдәре ватылған һәм ғаилә юлын артабан дауам итә алмаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар аныҡ ҡына туҡтаған урындарын билдәләй алмаған. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары Сибайҙан бәләгә тарыған ғаиләнән шылтыратҡан һәм уларға урындың координаттарын билдәләргә ярҙам иткән. Һуңынан осрашыу нөктәһен билдәләгәндәр, тиҙ арала зыян күреүселәр янына барып еткәндәр. Ғаилә ағзалары яҡындағы тораҡ пунктҡа эвакуацияланған. Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.