“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты ярҙамында оло йәштәге кешеләр өсөн “Башҡортостанда оҙон ғүмер” республика программаһы буйынса республиканың иҫтәлекле урындары буйлап бушлай бер көнлөк экскурсиялар ойошторола башланы. Ошо көндәрҙә Октябрьский пенсионерҙары өсөн Бөрөгә бер көнлөк өс экскурсия ойошторолдо. 42 кешенән торған төркөм тарихи ҡалаға уңайлы автобуста юлланды, уларҙың күбеһе Бөрөгә тәүгә барҙы. Ҡала үҙе 1663 йылда нигеҙләнгән, уны “Бәләкәй Кострома” йәки “Башҡортостан Елабугаһы” тип йөрөтәләр. Өлкән йәштәгеләр XIX-XX быуаттарҙың архитектура ҡаралтыларын ҡараны, Бөрө тарихи музейында, Изге Троицк соборында һәм Михайло-Архангел ҡорамында булды. Бынан тыш, улар “Соколок” паркында һәм сауҙагәр Чирков кибетендә булды, унда тәбиғи таштан биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Төшкө ашҡа экскурсияла ҡатнашыусылар бөтә илгә билдәле Бөрө билмәндәрен тәмләп ҡараны. “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты 2030 йылға Рәсәйҙә сәйәхәттәр һанын йылына 140 миллионға тиклем арттырыуҙы, шулай уҡ туристик тармаҡтың мультипликативлығы иҫәбенә илдә иҡтисади үҫеште тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота. Милли проект Рәсәй буйлап сәйәхәттәрҙе уңайлы, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы итергә ярҙам итәсәк. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин май указдары менән булдырылған милли проекттар 2019 йылда башланды. Фото: Бөрө районы хакимиәте.