Рәсәй Европала яңынан баш ҡалҡытҡан фашизмға ҡаршы сыҡты. Әле Украинала алып барылған махсус хәрби операцияла меңәрләгән яҡташыбыҙ ҡатнаша. Улар белдереүенсә, Украина фашистарҙың ояһына әйләнгән һәм улар һуғышҡа ла ныҡлап әҙерләнгән. Был яуызлыҡты еңеүе еңелдән булмаясаҡ. Берҙәм көс менән генә неофашизмды юҡ итеү мөмкин булғанын тылдағы илһөйәр ватандаштарыбыҙ ҙа яҡшы аңлай. Шуға республика даими рәүештә махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән яугирҙәргә гуманитар йөк оҙатып тора. Уны туплауҙа күптәр ҡатнаша. Улар иҫәбендә Салауат ҡалаһынан "көмөш ирекмәндәр" ҙә. Улар "Ватан" отряды өсөн 10 маскировка селтәре үргән һәм гуманитар ярҙам күрһәткән. "Салауат ҡалаһынан "көмөш ирекмәндәр" - һеҙ беҙҙең алтындарыбыҙ. Һеҙҙең ярҙам баһалап бөткөһөҙ. Рәхмәт һеҙгә!" - тип яҙған "Ватан" батальоны яугире Илгиз Солтанморатов. Фото: vk.com