Уҙған ялда Белорет районында булған марафонда 19 йәшлек Виктория Константинованың ҡапыл вафат булыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Әле уның әсәһе фекерен уртаҡлашҡан. "Ул минең күҙ алдымда үлеп китте", - ти Эльвира. Вика "ҡымыҙ марафоны"нда йүгерә. 400-әр метрлыҡ арауыҡты дүрт тапҡыр үтергә, һәр береһенән һуң бер стакан ҡымыҙ эсергә кәрәк була. Ҡыҙҙың әсәһе тап ҡымыҙ эскәндән һуң уның ҡыҙы үҙен насар тойоуы ихтимал тип һанай, сөнки бығаса балаһының был эсемлекте тәмләп тә ҡарағаны булмаған. Эльвира Риф ҡыҙы әйтеүенсә, йүгереүҙә ҡатнашҡандар араһында үҙҙәрен насар тойған башҡа кешеләр ҙә булған. - Йә ҡымыҙ, йә булмаһа табиптарҙың тәжрибәһеҙлеге арҡаһында булды был хәл. "Ашығыс ярҙам" хеҙмәте оҙаҡланы. Әммә ҡотҡарыусылар һәм фельдшер уның ғүмере өсөн ныҡ көрәште. Бөтәһе лә минең күҙ алдымда булды. Унда ҡымыҙҙан һуң ҡайһы бер кешеләргә ҡыйын ине. Беҙгә өлгөрмәгән "ашығыс ярҙам" шундай берәүҙе алып китте, - тип һөйләй ҡатын. Виктория Константинованың үлем сәбәбе тикшереүҙәрҙән һуң билдәле булыр. Әммә йәш, ҡарап тороуға һап-һау ҡыҙҙың был донъянан ваҡытһыҙ китеүе бик йәл. Туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Фото: Трейловые забеги «BELORace»/Vk.com