Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өфөлә 15 йәшлек малай балалар баҡсаһы тәҙрәһенә атҡан

Кисә Өфөлә Рәсәй Эске эштәр министрлығы идаралығының һигеҙенсе полиция бүлегенә Сипайлово биҫтәһендәге йорттарҙың береһендә пневматик ҡоралдан атыш тауыштарына оҡшаған шартлауҙар ишетелеүе тураһында хәбәр алына. Кемдер балалар баҡсаһы тәҙрәләренә ата. Ваҡиға урынына килгән полиция хеҙмәткәрҙәре балкондан атыу тауышы яңғыраған фатирҙы асыҡлай. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ваҡиғаға 15 йәшлек үҫмерҙең сәбәпсе булыуы асыҡланған, ул рөхсәтһеҙ атаһының пневматик пистолетын алған. Пневматик ҡорал тартып алынған һәм экспертизаға ебәрелгән. Тикшереү үткәрелә, уның һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителергә тейеш. Күршеләре был ҡот осҡос хәлде видеоға яҙҙырып өлгөргән – унда асыҡ атыу тауыштары ишетелә. Һуңыраҡ улар кемдең ут асҡанын асыҡлай. Видеояҙмала күренеүенсә, үҫмер үҙенең был ҡылығын «күңелһеҙ ине» тип аңлатҡан. Был үҫмерҙәргә ни булған? Күптәр Хәйбулла районындағы хәлдән шаңҡып та өлгөрмәне, әле Өфөлә кемдер күңелһеҙ булған өсөн балалар баҡсаһына ут аса. Фото: "Башинформ"