Йыш ҡына үҙебеҙҙә арыу тоябыҙ, ниндәйҙер бер аҙыҡты, хатта ҡайһы ваҡыт аҡбур ашағыбыҙ килә. Кәйефебеҙ йыш ҡына үҙгәреүсән икән, организмда ниндәйҙер витаминдың етешмәүе ихтимал. Өҫтәүенә был осорҙа организмдың һаҡланыу функцияһы ла кәмеүсән. Витамин етешмәү билдәләре: физик йәки аҡыл эшмәкәрлегенән һуң тиҙ арыу; тәндең көсһөҙләнеүен тойоу; йыш сирләү; кәйефтең тиҙ төшөүе, депрессия; хроник сирҙәрҙең аҙыуы; ауырығандан һуң оҙаҡ һауығыу; сәстең ҡойолоуы, тырнаҡтың һыныуы һәм әкрен үҫеүе; тыныс йоҡлай алмау; аппетиттың насар булыуы, айырым бер аҙыҡты ашарға теләү; баш әйләнеүе, тире ҡороуы һәм башҡалар. Кеше сәләмәтлегенең уның күпме ҡояш энергияһын алыуына бәйле икәнлеген дә онотмайыҡ. Өҫтәүенә аҙ хәрәкәтләнеү, витаминдарға бай емеш-еләк, аҙыҡ-түлек менән даими туҡланмау авиаминоз барлыҡҡа килтерә. Һөҙөмтәлә организмда матдәләр алмашыныуы әкренәйә, иммунитет көсһөҙләнә, нервы системаһы эшмәкрлеге боҙола. Белгестәр әйтеүенсә, был осраҡта туҡланыу режимына иғтибар итеү зарур, сөнки тап аҙы