Ҡаҙағстанға эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Ҡаҙағстан Республикаһы Премьер-министры Алихан Смаилов менән осрашты. Яҡтар ике яҡлы эшмәкәрлекте артабан үҫтереүгә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Тәү сиратта Андрей Назаров Ҡаҙағстан етәкселегенә, шулай уҡ Аҡтүбә өлкәһе делегацияһына Баймаҡ районында үткән “Башҡорт аты” халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивалендә ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе. Башҡортостан Хөкүмәте етәксеһе рәсми делегацияның 10-12 майҙа Астанала үткән машина эшләү һәм металл эшкәртеү буйынса IV Халыҡ-ара махсус күргәҙмәлә ҡатнашыуы хаҡында һөйләне. Унда Ҡаҙағстан Республикаһы етәкселеге вәкилдәре менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса саралар планын тикшергәйнеләр. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры шулай уҡ хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса саралар планын киңәйтеү буйынса тәҡдимдәр индерҙе һәм уны ике яҡлы тәртиптә тикшерергә һәм раҫларға тәҡдим итте. Башҡортостан Хөкүмәте етәксеһе республиканың “ИННОПРОМ. Ҡаҙағстан” сәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашырға һәм мөһим документтарға ҡул ҡуйырға теләүе тураһында әйтте һәм Ҡаҙағстан Премьер-министрын стендҡа килергә, Башҡортостан предприятиеларының алдынғы ҡаҙаныштары менән танышырға саҡырҙы. - Бынан тыш, халыҡтарыбыҙҙың мәҙәни мираҫын һәм рухи традицияларын һаҡлау һәм популярлаштырыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы һәм Ҡаҙағстан Республикаһы көндәрен үткәреү инициативаһы менән сығыш яһайбыҙ. Шулай итеп, Ҡаҙағстан көндәрен беҙҙең төбәктә Рәсәйҙең һәм Ҡаҙағстандың 20-се Төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы алдынан ойошторорға мөмкин. Форумды Өфөлә үткәреү планлаштырыла. Үҙ сиратында Ҡаҙағстанда Башҡортостан көндәрен Астанала “ИННОПРОМ” күргәҙмәһе алдынан үткәрергә мөмкин, – тине Андрей Назаров. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры билдәләүенсә, Башҡортостан предприятиелары Ҡаҙағстан биләмәһендә производствоны локалләштереү яҡлы. Ул, “Урал пружина заводы” Кустанай өлкәһендә үҙҙәренең етештереү ҡеүәттәрен урынлаштырырға планлаштыра, тип билдәләне. Әле объект төҙөлә башлаған да инде. Әммә предприятиеға газ үткәреү өсөн квоталар алыу йәһәтенән ҙур булмаған ярҙам кәрәк. – Шулай уҡ ауыл хужалығы өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Әлеге ваҡытта Кустанай өлкәһендә “ДОН-1500” иген йыйыу комбайндарын яңыртыу буйынса “Муромец” күсмә бригадаһы эшләй. Кустанай агромеханика заводында ошондай техниканы яңыртыу буйынса ремонт кластерын ойоштороу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итәбеҙ. Ауыл хужалығы техникаһын поставкалау перспективаларын да тикшереү мөһим, - тип хәбәр итте Андрей Назаров. Премьер-министр Астанала Рәсәйҙең Ҡаҙағстандағы сауҙа вәкиллегендә Башҡортостан вәкиллегенең офисын урынлаштырыу мәсьәләһенә иғтибарын йүнәлтте. Ошонда уҡ Башҡортостан предприятиелары вәкиллектәре һәм республика продукцияһының “шоурум”ы урынлашасаҡ. Бының өсөн бер нисә бина йәки, мөмкин булғанса, айырым бина кәрәк, тип билдәләне Андрей Назаров. Министрҙар кабинеты етәксеһе Ҡаҙағстанда “Башҡортостан сода компанияһы”ның инвестиция проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләһенә айырыуса иғтибар бүлде. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры шулай уҡ Алмата һәм Астана ҡалаларына рейстар һанын аҙнаһына өс тапҡырға тиклем арттырыу мөмкинлеген ҡарарға һәм “Өфө-Аҡтау” маршруты буйынса тура авиабәйләнеш ойошторорға тәҡдим итте. – Беҙҙең республикала 2020 йылдан “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм” проекты тормошҡа ашырыла. Ул өлкән быуын граждандары өсөн бер көнлөк экскурсия туристик маршруттарын үткәреүҙе күҙ уңында тота. 2023 йылда республика Башлығы ҡарары буйынса проекттың географияһы киңәйтелде. Маршрут программаһына Беларусь Республикаһын һәм Абхазияны ҡарау мөмкинлеге индерелгән. Башҡортостан пенсионерҙары араһында бындай әүҙемлек төрөн иҫәпкә алып, һеҙгә берлектәге “Башҡорт-Ҡаҙаҡ оҙон ғүмерлеге. Туризм” пилот проектының паритет башланғыстарында тормошҡа ашырыу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итәбеҙ, - тине Андрей Назаров. Шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте Рәйесе мәҙәни алмашыу мәсьәләһенә ҡағылды. Уҙған йылдың мартында Башҡортостанда “Бөйөк дала: Киңлек. Ваҡыт. Мәҙәниәт” халыҡ-ара күргәҙмәһе асылды, ул Ҡаҙағстандың Милли музейы менән берлектә “Донъя музейҙары буйлап Алтын кешенең сәйәхәте” проекты сиктәрендә ойошторолдо. Ошоға бәйле опера һәм балет театрҙарының гастролдәре менән алмашырға тәҡдим ителде. Кәңәшмә аҙағында яҡтар хеҙмәттәшлектең юғары потенциалын билдәләне, 2024 йылда Өфөлә Рәсәй-Ҡаҙағстан форумын һәм башҡа сараларҙы уҙғарыу тураһындағы башланғысты хупланы. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Ҡаҙағстан Республикаһы Премьер-министрына осрашыу өсөн рәхмәт белдерҙе. Үҙ сиратында Алихан Смаилов ҡунаҡтарға ла рәхмәт белдерҙе һәм уларҙы Ҡаҙағстанда үтәсәк киләһе ҙур сараларға саҡырҙы. - Былар барыһы ла тауар әйләнешен арттырыуға, Ҡаҙағстан һәм Башҡортостандың имиджын арттырыуға йүнәлтелгән. Шуға күрә был сәфәрҙәрҙә бизнес-миссияларҙы арттырыу мөһим, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта был сәфәрҙә ҡайһы бер локаль бурыстар ҙа ҙур уңыш менән үтәлде, - тип йомғаҡ яһаны Андрей Назаров. Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/21559/