Башҡортостанда газ тултырыусы 20 компрессор станцияһын (АГНКС) төҙөү күҙаллана. 15 августа республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта һүҙ барҙы. Вице-премьер – төбәктең сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү – иҡтисадтың тотороҡло эшләү һәм уңайлы экологик хәлде һаҡлауҙа мөһим фактор тип хәбәр итте. Башҡортостанда бөтәһе 51 автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһы эшләй. Улар һаны буйынса республика Ростов өлкәһенән ҡала Рәсәйҙә икенсе урынды биләй. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Башҡортостанда автогаз менән заправкалау станциялары төҙөргә ниәтләгән потенциаль инвесторҙар өсөн ярҙам саралары пакеты ғәмәлдә. Уларға ер участкаларын рәсмиләштереүҙә, газ һәм электр селтәрҙәренә технологик тоташтырыуҙа булышлыҡ итеү инә. Эшҡыуарҙар йәнә сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға субсидиялар биреү рәүешендә дәүләт ярҙамына дәғүә итә ала. 2024 йылда Башҡортостан газ менән заправкалау инфраструктураһын субсидиялау өсөн федераль бюджеттан 300 миллион һум аҡса алырға иҫәп тота. Был 10 автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһын төҙөргә ярҙам итәсәк. Шуның менән бергә автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһы селтәрен артабан үҫтереү өсөн уларға ихтыяжды тәьмин итергә кәрәк. Бының өсөн газ-мотор яғыулығында эшләүсе транспорт һанын арттырыу зарур. Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына ошо йүнәлештәге эште көсәйтергә ҡушты. Техниканы газға күсереү буйынса пландарҙы сентябрь аҙағына тиклем “Транспорт сәғәте”ндә тикшерәсәктәр. – Яҡшы темптар менән үҫешкән муниципалитеттар бар. Уларҙың тәжрибәһен бөтә райондар өсөн күрһәтеү мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһы селтәрен үҫтереү өсөн кәрәкле ойоштороу һәм хоҡуҡи саралар күрҙек. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.