Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Беҙҙекеләр - Ҡаҙағстанда

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙе тикшерҙеләр. Шуны билдәләп үтәйек: әлеге ваҡытта Ҡаҙағстанда эш сәфәре менән Башҡортостан делегацияһы эшләй, уны республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкләне. – Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында тауар әйләнеше 10 процентҡа тиерлек артты, – тип билдәләне Премьер-министр видеоэлемтә режимында. – 2023 йылдың тәүге ярты йыллығы ла ыңғай динамика күрһәтә. Үҫеш 4,4 процент тәшкил итә. Сәфәр сиктәрендә Башҡортостан делегацияһы үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе артабан үҫтереү өсөн мөмкинлектәрҙе өйрәнә. Атап әйткәндә, Башҡортостан вәкилдәре Ҡаҙағстандың тау тармағы компанияларының береһе менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе, уның менән Сибай тау-байыҡтырыу комбинатының эш перспективаларын тикшерҙе. – Беҙгә заманса металл сығарыу технологияларына эйә булған инвестор кәрәк. Улар Сибайҙа байтаҡ тупланған, – тине Андрей Назаров. – Был тау эшкәртеү инфраструктураһына икенсе ғүмер бирәсәк, эш урындарын һаҡлап ҡаласаҡ һәм ҡаланың экологик мәсьәләләрен хәл итергә мөмкинлек бирәсәк. Беҙҙең Ҡаҙағстан партнерҙарыбыҙ үҙ-ара ҡыҙыҡһыныу белдерә. Премьер шулай уҡ Ҡаҙағстандың индустрия һәм инфраструктура үҫеше министры Марат Ҡарабаев, Рәсәйҙең Ҡаҙағстандағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Алексей Бородавкин һәм Рәсәй Федерацияһының Ҡаҙағстандағы Сауҙа вәкиле Антон Логинов менән һөйләшеүҙәр йомғаҡтары тураһында һөйләне. Андрей Назаров “Башҡортостанда оҙон ғүмер” проектының презентацияһы тураһында һөйләне, ул да ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған. Башҡортостан Премьер-министры, сәфәрҙең һуңғы көнөндә – Ҡаҙағстан Премьер-министры Алихан Смаилов менән осрашыу планлаштырылған, унда ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү перспективаларын тикшереү күҙаллана, тип хәбәр итте. Башҡортостан Башлығы делегацияларға уңышлы эш теләне, шулай уҡ Хөкүмәткә төбәктең Ҡаҙағстандағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы яңы вәкиле кандидатураһы буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Билдәләп үтергә кәрәк, бынан алда республика Башлығы указы менән Урал Аҙнабаев ошо вазифанан бушатылды. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.