Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бөрйәндә йәш сәсәндәр ярыша

“Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең республика конкурсы йыл да үткәрелеп килә. Быйылғы, 25-се тапҡыр үткәрелгән сараның йомғаҡлау этабы 16-18 августа Бөрйән районында уҙа. Быйылғы конкурс шуныһы менән дә үҙенсәлекле: ул төбәк-ара статусы менән ойошторола. Башҡортостан балаларынан тыш, бында Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән дә ҡатнашалар. Конкурс ике турҙа үтә. Беренсеһендә балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары ҡатнаша. Икенсеһендә “Урал батыр”, башҡа эпостар буйынса инсценировкалар күрһәтелә, йәғни актерлыҡ оҫталығы баһалана. Конкурсты тантаналы ябыу сараһы 18 августа “Шүлгәнташ” музей комплексында үтә,унда еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнә. Конкурс барышын “Мир родного языка” /”Туған тел донъяһы” порталында, vk.com/cluburalbatur һылтанмаһы аша инеп ҡарап барырға була. Мәғлүмәт: education.bashkortostan.ru