15 августа аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала пилотһыҙ авиация системалары тармағын үҫтереү буйынса дирекция булдырыу тураһында иғлан итте. – Был йүнәлеш – иҡтисадыбыҙҙың һәм тотош илдең киләсәге. Шуға күрә көстәрҙе һәм ресурстарҙы туплау өсөн тармаҡты үҫтереү буйынса дирекция булдырыу тураһында ҡарар ҡабул иттек. Был ойошма пилотһыҙ авиация менән бәйле булғандың барыһын да берләштерәсәк. Учреждениеның етәксеһе – вице-премьер – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Николаевич Шельдяев, – тине Радий Хәбиров. – Республика Хөкүмәтенә 4 сентябргә тиклем Башҡортостан Башлығының ошо учреждениены булдырыу тураһындағы указы проектын әҙерләргә ҡушам. Вице-премьер Александр Шельдяев пилотһыҙ авиацияны үҫтереүгә “Архипелаг” Рәсәй проект-мәғариф форумы арналыуы хаҡында хәбәр итте. Ул 28 июлдән 6 авгусҡа тиклем Новосибирскиҙа үтте һәм өс меңдән ашыу кешене берләштерҙе. Пилотһыҙ авиация системаларын үҫтереү буйынса федераль Хөкүмәт комиссияһы ҡарары менән илдең 11 төбәге, шул иҫәптән Башҡортостан, БАС ғилми-етештереү үҙәктәрен булдырыу буйынса пилот проектына инде. – Пилотһыҙ авиация системаһы төбәк ғилми-етештереү үҙәге проектын яҡлау форумда республика делегацияһы эшенең төп маҡсаты булды, – тип билдәләне Александр Шельдяев. – Ауыл хужалығы беҙҙең махсуслашҡан төп йүнәлеш буласаҡ. БАС-тың төбәк үҙәге тармаҡтың кадрҙар потенциалын үҫтереүҙе, пилотһыҙ системалар операторҙарын уҡытыуҙы һәм локаль ярыштар үткәреүҙе күҙ уңында тота. Форум йомғаҡтары буйынса Башҡортостан пилотһыҙ авиацияны үҫтереү төбәк программалары концепцияһын иң яҡшы эшләгән өсөн Гран-приға лайыҡ булды. Вице-премьер шулай уҡ, “Архипелаг” майҙансығында БПЛА операторҙарының ярыштары уҙҙы, тип хәбәр итте. Башҡортостандың “Интеграль роботлаштырылған технологиялар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте командаһы уларҙа 11 кубок яуланы. Команда составына Өфө радиоэлектрон колледжын тамамлаусылар инде. Пилотһыҙ авиация системаларын үҙләштереүҙәге уңыштары һәм “Архипелаг” форумында өлгәшкән ҡаҙаныштары өсөн Радий Хәбиров “Интеграль роботлаштырылған технологиялар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең йыйылма командаһына Башҡортостан Башлығы рәхмәт хатын тапшырҙы. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.