Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙыуынса, Башҡортостан Хөкүмәте республикала спортсыларҙың күп булыуы өсөн тырыша. “Ҡыҙҙар һәм егеттәр спорт менән кинәнеп шөғөлләнһен, маҡсаттарын бойомға ашырһын, тренерҙар тәрбиәләнеүселәрен процесҡа йәлеп итһен һәм һөҙөмтәләр булһын өсөн”, - тип яҙған министр. Конкурста ҡатнашыу өсөн заявканы спортсылар, тренерҙар, спорт ветерандары, спорт журналистары, шулай уҡ спорт мәктәптәре һәм федерациялар тапшыра ала. Мотлаҡ шарт – юғары ҡаҙаныштар спортында, адаптив спортта, физик культура һәм спорт үҫешендә ҡаҙаныштар. Күптәр өсөн был башланғыс яңы ҡаҙаныштарға көс-дәрт өҫтәйәсәк. Башҡортостанда спорт өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштар һәм физик культураға индергән һиҙелерлек өлөш өсөн республика премияһы булдырылды. Был хаҡтағы ҡарар республиканың хоҡуҡи интернет-порталында баҫылған. Документта спорт премияһының спортсыларҙың, тренерҙарҙың, белгестәрҙең һәм физик культура, спорт өлкәһендәге ойошмаларҙың һөнәри эшмәкәрлеген дәртләндереү өсөн булдырылыуы хаҡында әйтелә. Фото: “Башинформ”.