15-16 августа Өфөлә Рәсәй субъекттарының мәғариф өлкәһендә дәүләт идараһын алып барған башҡарма органдары етәкселәре, “Бала саҡ навигаторы” проекты һәм “Беренселәр хәрәкәте” балалар һәм йәштәр ижтимағи-дәүләт хәрәкәте вәкилдәренең кәңәшмәһе үтә. Тәүге көндә сарала ҡатнашыусылар төрлө сессияларҙа эшләне. Уларҙа 2023/2024 уҡыу йылында мәғарифты үҫтереү буйынса көнүҙәк мәсьәләләр, белем биреү өлкәһен информатизациялау, “Беренселәр хәрәкәте”н, уның төбәк бүлексәләрен үҫтереү һәм киңерәк танытыу тураһында һүҙ алып барылды. Иртәгә, 16 августа, “Торатау” конгресс-холында Бөтә Рәсәй кәңәшмәһенең пленар өлөшө үтә. Шулай уҡ “Бала саҡ навигаторы” проекты һәм “Беренселәр хәрәкәте” балалар һәм йәштәр хәрәкәте вәкилдәренең уртаҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырылған иң яҡшы эш алымдары менән танышыу планға алынған. Бөгөн сарала ҡатнашыусылар төркөмдәргә бүленеп, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, бындағы технопарк, факультеттар эшмәкәрлеге менән танышты. Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙан бер төркөм – Рәсәй субъекттарының мәғариф өлкәһендә дәүләт идараһын алып барған башҡарма органдары, ябай итеп әйткәндә, ил төбәктәренең мәғариф министрлыҡтары һәм идаралыҡтары етәкселәре уҡыу йортоноң башҡорт филологияһы факультетында булды. Улар бындағы М. Аҡмулла, М. Зәйнуллин, Ә. Сөләймәнов исемендәге уҡыу бүлмәләрен ҡараны. Башҡорт филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре докторы Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова, кафедра мөдире, педагогия фәндәре кандидаты Сәлимә Айбулат ҡыҙы Таһирова факультеттың дөйөм эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Филология фәндәре кандидаты Зәки Арыҫлан улы Әлибаев менән этнограф, тарих фәндәре кандидаты Гөлкәй Рәхимйән ҡыҙы Шаһапова Аҡмулланы өйрәнеү курсы тураһында һөйләне. Был курс барышында студенттар мәғрифәтсенең тормош юлын һәм ижадын ғына өйрәнеп ҡалмай, Башҡортостан, Өфө, республикабыҙҙың әҙәби һәм мәҙәни донъяһы менән дә яҡындан таныша. Филология фәндәре кандидаты Зөләйха Әнүәр ҡыҙы Хәбибуллина менән өлкән уҡытыусы Гөлфиә Шәфҡәт ҡыҙы Дәүләтҡолова факультет уҡытыусылары ҡатнашлығында башҡарылған проекттар, әҙерләп сығарылған уҡыу әсбаптары тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирҙе. Әйтергә кәрәк, кәңәшмәлә ҡатнашҡан төбәк мәғариф идаралыҡтары етәкселәре экскурсиянан бик ҡәнәғәт булыуын белдерҙе, һәр осрашыу барышында үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе. - Күренеп тора: бик яҡшы университет. Һәр аудитория йәштәр өсөн уңайлы итеп эшләнгән, уларҙа белем алыу мөхите булдырылған, тейешле материалдар тупланған. Уҡыу базаһының, уҡытыусыларҙың көслө булыуы шунда уҡ күҙгә ташлана, - тип билдәләне Липецк өлкәһенең мәғариф һәм фән идаралығы етәксеһе Инесса Анатольевна Шуйкова. Автор һәм Лилиә Шиһапова фотолары.