II Бөтә Рәсәй “Геройҙар ваҡыты” асыҡ йыр конкурсы ғаризалар ҡабул итеүен дауам итә. Бөгөнгә 210 ғариза килгән. Ҡатнашыусылар географияһы киң: Өфө, Күмертау, Дәүләкән ҡалалары, Туймазы районының Ҡандра ауылы (Башҡортостан), Старый Оскол, Находка, Большой камень ҡалалары (Приморье крайы), Петушки ҡалаһы (Владимир өлкәһе), Мәскәү, Санкт-Петербург, Архангельск, Краснодар, Арсеньев, Дондағы Ростов, Иваново, Ырымбур ҡалалары, Мари Иле, Адыгея, Сыуашстан республикалары, Ставрополь крайы, Тамбов, Ростов өлкәләре. Жюри составына Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре инде: Нур Дауытов, Йәмил Әбделмәнов, Резеда Петрунина, Артур Шәрипов. Жюри рәйесе - Ольга Кормухина. 26 августа II Бөтә Рәсәй “Геройҙар ваҡыты” асыҡ йыр конкурсы финалсылары өсөн иртәнге программа Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Ольга Кормухина менән берлектә ярымфиналсыларҙы ҡарауҙан башлана. Киске сәғәт 7-лә Совет майҙанында Бөтә Рәсәй асыҡ йыр конкурсының еңеүселәре һәм призерҙарының гала-концерты була. Кисә аҙағынд