Тренинг “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә ойошторолдо, тип хәбәр итә республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы. “Сара теоретик һәм практик өлөштән торҙо. Уҡыу барышында ҡатнашыусылар стандартлаштырылған эштең эҙмә-эҙлелеген өйрәнде, циклдар һәм эш элементтары хронометражын үткәреү күнекмәләрен эшләне”, – тине республиканың Төбәк компетенциялар үҙәге етәксеһе Виктор Романец. Стандартлаштырылған эшкә өйрәтеү хәүефһеҙ һәм һөҙөмтәле процесты ойоштороуҙы күҙ уңында тота. Хәҙер предприятиеның бер төркөмө алынған тәжрибәне ҡулланып, балалар өсөн “Табип” исемле уйын йыйылмаһын етештерә. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүлеккә булышлыҡ итеү” милли проекты илдә йыл һайын хеҙмәт етештереүсәнлеген биш процентҡа арттырыу өсөн шарттар булдырырға тейеш. Бының өсөн төрлө саралар, шул иҫәптән финанс дәртләндереү һәм предприятиелар эше буйынса эксперттарҙан консультациялар ойошторола. Билдәле булыуынса, "Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” (национальный проект “Производительность труда и поддержка занятости”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: economy.bashkortostan.ru