“Демография” милли проектының “Башҡортостан Республикаһында бала тыуғанда ғаиләләргә финанс ярҙамы” төбәк проекты сиктәрендә өсөнсө йәки артабанғы балалар тыуған осраҡта тәғәйенләнгән айлыҡ аҡсалата пособие түләү дауам итә. Был түләү күләме – 12271 һум (Башҡортостанда балаға йәшәү минимумы күләме), ул балаға өс йәш тулғансы тормошҡа ашырыла. 2023 йылда ошо түләү төрөнә 3,52 миллиард һум ҡаралған, шул иҫәптән федераль бюджеттан – 2,93 миллиард һум, Башҡортостан Республикаһы бюджетынан – 0,59 миллиард һум. 2023 йылдың 1 авгусына республиканың 25 833 күп балалы ғаиләһе ошо түләүҙе ала. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, РФ Президентының балалы ғаиләләргә ярҙам итеү системаһын булдырыу буйынса йөкләмәһен үтәү сиктәрендә 2023 йылдың 1 ғинуарынан алып берҙәм пособие индерелде, уға өсөнсө һәм артабанғы бала өсөн айлыҡ түләү инә. Шулай уҡ Башҡортостанда тыуымды арттырыу маҡсатында Башҡортостан Хөкүмәтенең 2020 йылдың 11 февралендәге 106-сы бойороғо менән раҫланған “юл картаһы” ғәмәлгә ашырыла. Эш дүрт йүнәле