Ҡаҙағстан Республикаһына эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Рәсәй Федерацияһының Ҡаҙағстан Республикаһындағы Ғәҙәттән тыш Һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Алексей Бородавкин менән осрашты. – Бер нимәгә ҡарамаҫтан, беҙҙең ике яҡлы хеҙмәттәшлегебеҙ дауам итә. Ағымдағы йылдың тәүге биш айында үҙ-ара тауар әйләнеше 239 миллион доллар кимәленә барып баҫты. Шул уҡ ваҡытта экспорт 204 миллион доллар тәшкил итә, был уҙған йылдың ошо уҡ осоронан 9,5 процентҡа юғарыраҡ, – тине Министрҙар кабинеты етәксеһе. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры билдәләүенсә, Башҡортостан экспорты нигеҙендә химия сәнәғәте продукцияһы, аҙыҡ-түлек тауарҙары һәм сеймал, минераль продукция бар. Май айында республиканың рәсми делегацияһы машиналар эшләү һәм металл эшкәртеү буйынса IV халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәлә ҡатнашты. Унда ла ике яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса саралар ҡаралды. Рәсәй Федерацияһының Ҡаҙағстан Республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Алексей