"Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак ҡош киҙеүе табылған ҡошсолок фабрикаһы йомортҡаларын ҡулланыу хаҡында аңлатма бирҙе. «Башҡортостан магазиндарындағы йомортҡа кәштәләре бушап ҡалды, сөнки республика фабрикаларының береһендә ҡош киҙеүе табылды. Күп кенә кешеләр уларҙың продукцияһын ҡулланыуҙан баш тартты, ысынында иһә - бушҡа. Иң ябай иҫкәртеү сараларын үтәгәндә - йомортҡаны оҙаҡ итеп бешергәндә, ике яҡтан ҡурғанда - ҡош киҙеүе менән генә түгел, хатта сальмонеллез йоҡтороу хәүефе юҡ. Роспотребнадзор тикшеренеүҙәре буйынса, продукцияның үҙендә ҡош киҙеүе вирусы табылмаған, ул йомортҡаларҙы ҡулланыуҙы тыйманы», - тине ул. Бынан алда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө районында карантин индереү тураһында указға ҡул ҡуйғайны. Унда, Авдон ауылындағы «Башҡортостан» ҡошсолоҡ фабрикаһы ҡоштарҙың юғары патогенлы киҙеүенең эпизоотик сығанағы тип танылған, тиелә. Биш километр радиустағы бөтә тораҡ пункттар ҙа рәсми рәүештә хәүефле зона тип танылды. Һүҙ Ав
Ҡурҡыныс ауырыу таралғас, ҡурҡмай йомортҡа ашарға буламы һуң?
15 августа 202315 авг 2023
~1 мин