Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Параспортсы-ветерандар өсөн ярыштар уҙғарылыуы ихтимал

”Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ветерандарҙы адаптив физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, уларҙы физик реабилитациялау мәсьәләләренә арналған семинар-кәңәшмәлә ҡатнаша. Сара Кемерово өлкәһенең Белово ҡалаһында үтә. Шулай уҡ бөгөн бында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы параспортсы-ветерандар өсөн ярыштар башлана. Башҡортостан биләмәһендә лә ошондай сара үткәреү буйынса һөйләшеүҙәр барҙы. Республиканың спорт саралары ойоштороу тәжрибәһе ҙур, тип билдәләне Гөлнур Ҡолһарина. Бынан тыш, Башҡортостанда адаптив спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар ҙа булдырылған. Фото: БР Башлығының матбуғат хеҙмәте