Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Махачкала ҡалаһында 27 кешенең ғүмерен өҙгән фажиғәгә бәйле туғандаш дағстан халҡының ҡайғыһын уртаҡлашты. «Дағстандың туғандаш халҡы ҙур ҡайғы кисерә. Һәләк булғандарҙың туғандарының ҡайғыһән уртаҡлашам һәм зыян күреүселәрҙең ғаиләләрен Башҡортостанға дауаланырға саҡырам. Уларға медицина һәм шифахана ярҙамы күрһәтеләсәк», - тине республика етәксеһе. Бынан тыш, Башҡортостан Башлығы тейешле хеҙмәттәргә тиҙ арала республиканың барлыҡ автозаправкалау станцияларын хәүефһеҙлек талаптарын һәм яғыулыҡ һаҡлау нормаларын үтәүгә тикшерергә ҡушты. Билдәле булыуынса, кисә киске сәғәт 10-дарҙа Махачкала ҡалаһында автосервиста янғын сыға, унан ут яҡындағы автозаправкалау станцияһына күсә, һәм яғыулыҡ ҡойолған цистерналар шартлай. Һөҙөмтәлә 102 кеше зыян күргән, шуларҙың 27-һе һәләк булған. 15 августа Дағстанда матәм иғлан ителде. Фото: https://vk.com/radiyhabirov