Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тыныс йоҡла, яҡташ...

Ауыр хәбәр еткерәбеҙ. “Салауат Юлаев” хоккей командаһының йәш һөжүм итеүсеһе, 21 йәшлек Салауат ҡалаһы егете Родион Әмиров вафат булған. Был турала “Салауат Юлаев” командаһының телеграм-каналында хәбәр итәләр. “Беҙҙең тәрбиәләнеүсе, йәш һәм талантлы, сағыу һөжүм итеүсе Родион Әмиров яҡты донъянан китте. Родион көслө, игелекле һәм шат кеше ине. Ул оҙаҡ ваҡыт ҡаты сир менән көрәште. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, һәр саҡ команда менән булды. Ул һәр саҡ бәйләнештә ине, еңеүҙән һуң хоккейсыларҙы шылтыратып ҡотланы, һәр ваҡыт беҙҙең менән бергә ҡалды. Родион Әмиров беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр. Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ”, – тиелә унда. Алдараҡ хәбәр ителеүенсә, Родиондың баш мейеһендә яман шеш бар ине. Был диагноз уға икенсе йәрәхәттәрен дауалаған саҡта ҡуйылды һәм раҫланды. Егет Германияла дауаланды. 2021 йылда фанаттарына мөрәжәғәт итеп ул түбәндәгеләрҙе әйткәйне: “Әле еңел булмаған ваҡыттар кисерәм, тик еңеү яҡын тип ышанам, айырыуса ошондай ярҙам булғанда. Әле мин атай-әсәйем менән Германияла. Барлыҡ кәрәкле медицина процедураларын үтәм, шөғөлләнәм, аҙнаһына өс тапҡыр боҙға сығам – барыһы ла табиптар ҡушыуы буйынса. Тағы бер тапҡыр бөтәгеҙгә лә рәхмәт. Аллаһ менән барыһын да еңеп сығасаҡмын”. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәкерле сир көслөрәк булып сыҡҡан шул. Тыныс йоҡла, Родион... Фото: Телеграм.