Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ейәнсура бейеүсеһе Саматтың хәлдәре нисек?

Бынан 10 йыл самаһы элек бесән сабып йөрөгән ир-егеттең видеоһы бөтә интернет селтәренә таралып киткәйне. Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылынан Самат Аҙнабаев был видеояҙмаһы менән әллә күпме ҡарау, лайк, комментарийҙар йыйып, Ейәнсураның “танцор дискоһы” булып танылды. Ул хатта Мәскәүҙә Андрей Малаховтың телетапшырыуында ла ҡатнашып ҡайтты. Бөгөн Саматтың хәлдәре нисек? Интернет селтәрендә таныштары, ауылдаштары яҙыуынса, быйыл, ысынлап та, был популяр видеоға 10 йыл булған. “Хәҙер уға 51 йәш булып китте. Иҫәнғолда ЖКХ-ла эшләп йөрөй. Һаман да дәртле, тик ошо бесәндәге бейеүен үҙе лә ҡабатлай алмай”, - тип яҙҙы Марат Хәлилов комментарийҙа. Әйткәндәй, Саматты Рөстәм Ғиззәтуллин үҙе менән гастролдәргә лә саҡырған була, тик Ейәнсура бейеүсеһе был тәҡдимдән баш тарта. Ейәнсуралар уның йәш саҡтан оҫта бейеүен билдәләй. Бына тигән эшсе, бейеүсе булыу менән бер рәттән Самат – күп балалы ғаилә башлығы ла: ул – алты бала атаһы. Фото: видеонан скриншот. Видео: Фәрхәт Фазылйәновтан.