Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бөтнөк үлтерә яҙған

Йәй - дарыу үләндәре йыйыр мәл. Күптәребеҙ уларҙы киптереп, төрлө сәйҙәр эшләй. Әммә бында ла һаҡ булырға кәрәк икән, сөнки һәр кемгә лә һәр бер үлән ярамаҫҡа мөмкин. Шундай ваҡиға тураһында Гөлнара Заһиҙуллина һөйләй. "Кисә минең менән насар хәл булды. Шулай эшләмәгеҙ тип һеҙҙе иҫкәртер өсөн яҙам. Бөтнөк үләне өҫтәп, алманан ҡаҡ ҡойорға булдым. Блендерға күп кенә итеп һалдым. Һәм эш станогы торған бүлмәлә киптерергә ҡуйҙым. Төшкә тиклем башлаған эшемде дауам итәйем әле тип станок артына ултырҙым. Шул саҡ миңә ҡапыл ҡыйын булып китте. Саҡ-саҡ диванға барып еттем, шул мәлдән бер нимә лә иҫләмәйем. Ирем эштән ҡайтҡас, һикереп торҙом. Әммә башым ярылып килә, ҡан баҫымым йә күтәрелә, йә төшә. Дарыуҙар ярҙам итмәй. Төнгөлөккә генә кеше булдым. Бөгөн ҡаҡҡа бөтөнләй бөтнөк һалмаһам да, киптергесте мунса соланына алып барып ҡуйҙым", - тип яҙа ул. Ысынлап та, сәйгә лә ике-өс бөртөк кенә бөтнөк һалырға ҡушалар бит. Артыҡ күп булһа, йоҡо баҫа, ҡан баҫымы төшә, аҙаҡтан был үләнгә аллергия барлыҡҡа килергә мөмкин. Шуға күрә һәр үләнде самалап, һаҡлыҡ менән, хроник сирҙәр булһа, табип менән кәңәшләшеп кенә ҡулланырға кәрәк. Фото: https://vk.com/gulnarochka18