Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡаҙағстан Сибайҙағы комбинат менән ҡыҙыҡһына

Ҡаҙағстанға сәфәре барышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров бындағы тау эшкәртеү компаниялараның береһе менән кәңәшмә үткәрҙе. Ике яҡ та Башҡортостанда инвестиция эшмәкәрлеген артабан үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Андрей Назаров Сибай тау-байыҡтырыу комбинатының артабанғы яҙмышын билдәләүгә бәйле мәсьәләләргә туҡталды. “Әле беҙ Сибай предприятиеһының мөлкәт комплексын ҡабул итеүҙең маҡсатҡа ярашлылығын баһалау менән шөғөлләнәбеҙ. Бер юлы комбинат базаһында етештереү эшмәкәрлеге өсөн стратегик инвестор йәлеп итеү мәсьәләһе лә ҡарала. Хөкүмәт тау етештереүе ҡалдыҡтарын эшкәртергә, үҙ технологияларында байыҡтырыу фабрикаһын һәм башҡа инфраструктураны файҙаланырға һәләтле компаниялар менән һөйләшеүҙәр алып бара. Беҙ финанс мөмкинлегенә эйә генә түгел, ә тоҡомдарҙан металл айырып алырға һәләтле инвестор эҙләйбеҙ. Был хеҙмәт урындарын һаҡлап ҡалырға ғына түгел, ә экологик проблемаларҙы хәл итергә лә тейеш”, – тине Андрей Назаров. Һөйләшеү йомғаҡтарына ярашлы, Ҡаҙағстандың тау эшкәртеү компанияһы проектҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныуын раҫланы, сентябрҙа уның менән килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ. Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.